Йәшәйеш
5 Сентября , 04:29

Араҡы менән үткән төн

Бәләкәй Мусалағы ҡурҡыныс мәлде улар күрмәй – мунсала мәжлес ойоштора.

Араҡы менән үткән төнАраҡы менән үткән төн
Араҡы менән үткән төн

Ошо ауылда яңыраҡ ҡына – сентябрҙең икеһендә – конденсат торбаһы шартланы.  Был аяныслы хәл тураһында «Юшатыр» яҙҙы. Ошо көндөң ҡайһылыр ваҡытында (төштән һуңдыр, моғайын) ике әшнә ир байрам итеп алырға була, әллә Белем көнөн билдәләүҙәрен дауам итәләр, әллә Икенсе Донъя һуғышының бөткәнен иҫкә төшөрөп (Японияның капитуляция иғлан иткән көнө), бер аҙ тамаҡ сылатып алырға ҡарар итәләр. Бәләкәй Муса – Айыҡ ауыл түгел, бынан ары булмаҫ та инде, ана, Илкәнәй ҙә хатта, күпме тырышып-тырышып ҡараны, айыҡ була алманы, был йәһәттән иркенлек бар, береһе лә ниңә эсеп йөрөһөгөҙ тип, төртөп күрһәтмәҫ.

Байрам идеяһы шәп, тик ҡайҙа эсергә? Арттан ҡалмай, аңдып, ҡатын тик йөрөй, ул тоттомо – бөттө, байрам ҡайғыһы юғала, Икенсе Донъя һуғышы бөткәнгә ҡыуанып ултыра былар тимәй, Өсөнсө Донъя һуғышы асып ебәрәсәк.

Мунса. Байрам ҡорор өсөн шунан да йәпле урын тапмаҫһың, ике ир мунсаға инеп бикләнә, ял-ғәләмәт түгел, мунса яғырға кәрәкмәй, эт менән эҙләмәҫтәр әле, тыныста ултырырҙар. Араҡыны запас менән алалар, тышҡа сығып, болғаңлап йөрөргә дәрттәре юҡ. Буйтым була дуҫтар, оҙаҡ ултыралар.  Береһе лә белмәй, береһе лә мишәйтләмәй - рәхәт. Шунда уҡ, кемеһе иҙәнгә, кемеһе ләүкәгә ятып, йоҡлап китәләр. Таңға ғына уяналар. Ах та ух килеп (һааай, эскәндә күңелле лә, һуңынан бик ҡыйын, В. Шукшин бер хикәйәһендә яҙған кеүек: ниңә бер дарыу уйлап тапмайҙар икән бахмурҙы бөтөрә торған, эстең, шунда уҡ, шап-шаҡтай булып, шәбәйҙең дә киттең), тышҡа сығалар. Тик... Ауыл буп-буш. Береһе лә күренмәй. Эт йөрөй, ҡойороғон болғап (бына кемгә рәхәт – бер ҡасан да похмельдан сирләмәй), тауыҡтар, әтәс, бесәй. Ә әҙәм балалары юҡ. Өй йоҙаҡлы. Бисә ҡайҙа китте икән, был эсеүҙән туҡтай белмәй тип, ташлап китмәгәндер ҙә? Улай тиһәң, бер ул ғына юҡмы ни, бөтөн ауыл юҡ. Әллә һуғыш беҙгә лә килеп етеп, бөтәһен бергә тейәп, эвакуацияланылармы икән?  Ахыры заман етмәгәндер ҙә? Улай тиһәң, үлһә бөтәһе лә  үлер ҙә бөтөр ине, ярар, былар эсеп туйһын әле тип, әжәл уларҙы ғына урап үтмәҫ.

Уҡшыта яман, әллә ниндәй һаҫыҡ еҫ һауала аҫылынып тора,  эх, йөҙ грамм тотоп ҡуйғанда хәл еңеләйер ине, бәлки, тик кисә, тамсы ла ҡалдырмай, ебәреп бөткәндәр, ауыҙға бер эләкһә, туҡтай белмәйҙәр. Буш шешәләрҙе, аптырағас, баш түбән әйләндереп, тегеләй ҙә былай, иңкәйтеп, һарҡытып ҡаранылар, юҡ икән юҡ инде – оңҡоттар.

Ауыл буйлап ике ир байтаҡ йөрөнө. Төш тиер инең, төштә былай уҡ ҡыйын булмай, мейеләре араҡынан былай ҙа һеңгәҙәгән,  һәр шырт иткән тауыш тертләтә, бушап ҡалған ауыл булған ҡурҡыуҙарына тағы ла шом өҫтәй...

Ярты көндән барыһы ла асыҡланды. Бәләкәй Мусаға ҡайтҡаны кире ҡайтты, теге ирҙең ҡатыны ла ҡайтып төштө. Ҡысҡырҙы инде, ҡысҡырмаған ҡайҙа, әйтмәгән һүҙҙе ҡалдырманы, уға бит ире, эсһә лә, ҡәҙерле (иҫәр булһа ла иҫән булһын), кисә эҙләп-эҙләп тә таба алмағайны, юғиһә.

Ирҙәрҙең былай уҡ шатланғаны ғүмерҙәрендә һирәк булды. Донъяны, баҡһаң, араҡы түгел, кешеләр – тере йән эйәләре - йәмләй икән. Яныңда кеше юҡ икән, яңғыҙыңа йәшәүҙең мәғәнәһе лә юҡ. Төндө күңелле үткәргән иптәш ирҙәр был юлы, ҡайҙандыр эҙләп табып, баштарын төҙәтмәне, бик теләһәләр ҙә, тыйылдылар. Үҙҙәрен ҡундырған мунсаны ла ураңҡырап үтергә тырыштылар.  

Был темаға алдараҡ: Ҡасҡан ауыл

Автор:
Читайте нас