Бөтә яңылыҡтар

Уңыш йыя Азат

Был егет тураһында тәүгә яҙыуыбыҙ түгел.

Уңыш йыя Азат
Уңыш йыя Азат

Ҡалала йәшәһә лә йәне, тәне менән ауылға береккән егет ул Азат Хөсәйенов.
Йәй буйы тыуған ауылы Таймаҫынан ҡайтып кермәй мул уңыш, ҡош-ҡорт үҫтерә, еләк-емеш йыйып, ҡышҡылыҡҡа ғаиләһенә етерлек аҙыҡ-түлек туплай. Олатаһы менән өләсәһе өсөн йорт-ҡурала төп ярҙамсы ла ул. Беҙ уның кәзә һауып ҡымыҙ әҙерләгәнен, күпләп өйрәк аҫырағанын, ишелеп уңған картуфтарын, умарта ҡарауын һәм тағы әллә күпме эштәрен яҡтырта килдек. Уңған егетебеҙ быйыл да уңышһыҙ ҡалмаған. Сираттағы уңышын ебәреп ҡыуандырҙы.
- Быйылғы йыл уңыштарға ныҡ мул булды. Йәй буйы өләсәйем менән еләккә йөрөнөм, үҙебеҙгә лә йыйҙыҡ, һатыуға ла. Баҡсалағы емеш-еләк, йәшелсә тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Бына әле ҡабаҡтарға ҡарап аптырап ултырам. Бер нисә төр ҡабаҡ үҫтергән инек, улар барыһы ла ишелеп уңған, хәҙер ҡайҙа ғына ҡуйып бөтөргә был байлыҡты, мул уңыш беҙҙең ишле ғаиләнән дә артып ҡаласаҡ, - ти уңған егет.
Мул ҡабаҡ үҫтергән егетебеҙ үҫкәс агроном булырға хыяллана икән, быйылғы йылда ул ҡабаҡтарҙан тыш ҡарбуҙ, ҡауындар ҙа үҫтереп ҡараған һәм бәләкәй генә булһа ла уңыштарға өлгәшкән икән. Афарин, Азат, тырышлығыңа, эшһөйәрлегеңә күҙ теймәһен, һине киләсәктә лә уңыштарға мул ғүмер юлы көтһөн.

Автор:
Читайте нас: