Ҡыуаныслы ваҡиға
7 Июль 2023, 02:54

Оҙаҡламай асылыр

Яңы Таймаҫта яңы ФАП ҡалҡып сыҡҡайны.

Оҙаҡламай асылырОҙаҡламай асылыр
Оҙаҡламай асылыр
Был турала беҙ күп сурыттыҡ, тәүҙә емерек ФАПты әллә нисә рәт яҙҙыҡ (хатта район башлығы урынбаҫарын алып барып күрһәттек, ҡарағыҙ, ниндәй хәлдә. Урынбаҫар емерек стена, түбә фотоларын үҙенә ҡуйып маташты ла, ярты сәғәттән алып ташланы - был фотолар кәйефте боҙоп тормаһын тинеме икән?).
Ҡыҫҡаһы, ФАП нисек булһа ла ҡайтып ултырҙы. Шулай ҙа бөгөндән бар ҙа кереп дауалана башла түгел, әле эштәре бөтмәгән. Ут, һыу үткәреү, янына асфальт түшәү кеүек "ваҡ" эштәре ҡалған.
Кисә Күмертау дауаханаһы баш табибы урында булып барыһын үҙе тотоп ҡараны. Көтәһе генә ҡалды, яңы ФАП бер көн ишектәрен асыр. 
Автор:
Читайте нас