

Минең өсөн иң ҙур һынауҙарҙың береһе 17 йәшемдә кисереп ҡалған ауырыу. Шул ваҡытта грипп менән ауырып, ҡолаҡ һыҙлауы интектереп алды. Ошо мәлдән башлап табиптар менән осрашыуҙарым дауам итә. Әле 83 йәшемә еттем, Аллаға шөкөр, бына оҙаҡ йылдар буйына бихисап дауалауҙар, операциялар артта ҡалды. Үҙ ғүмеремдә бик күп табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килде. Уларҙың һәр береһе остаз, ярҙамсы. Һәр береһе мине ярҙамһыҙ, дауаһыҙ ҡалдырманы. Барыһына ла рәхмәт. Ваҡытында Ида Абрамовна, Галина Васильевна кеүек данлыҡлы табиптар һаулығымды һаҡлап ҡалырға тырыштылар. Уларҙың һәр ҡарашы, кәңәше минең өсөн бик ҡиммәтле. Рәхмәт уларға. Әлеге ваҡытта ҡала дауаханаһының ЛОР табибы Ришат Фәрит улы Ниғмәтуллинға сикһеҙ рәхмәтлемен. Уның иғтибары, дауалау барышында биргән файҙалы кәңәштәре, һайлаған дарыуҙары – барыһы ла күңел йылыһы менән эшләнә. Ришат Фәрит улы кеүек табиптар – үҙ эшенә ғашиҡ, пациенттарын аңлап эшләгән хеҙмәткәрҙәр. Уға еңел булмаған эшендә уңыштар, рәхмәтле һәм хөрмәтле пациенттар, ғаиләһендә именлек теләйем. Шулай уҡ рәхмәтһүҙҙәремде ауылфельдшеры Ноғоманова Фәриҙә Әхтәм ҡыҙына әйтәһе килә. Беҙҙең ауыл халҡы өсөн ул – ышаныс, терәк, ярҙам. Халыҡты ҡайғыртып, йөрәк йылыһы менән эшләгәне өсөн уға ҙур рәхмәт. Ауылда йәшәгән кешеләрҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ошондай намыҫлы, яуаплы белгестәргә мохтажлығы бик ҙур. Һаулыҡ – иң ҡиммәтле байлыҡ. Үҙ тәжрибәмдә уның ҡәҙерен аңланым. Шуға күрә йәштәргә әйтәһем килә: һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, үҙегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Илдәр тыныс булып, ғаиләләр имен булһын. Ауырыуҙар бөтһөн, кешеләр шатлыҡта йәшәһен.
Рәхимә КӘРИМОВА, Абдул ауылы
Ошо уҡ темаға алдараҡ: Ҙур баһа – кешеләр рәхмәте, Хөрмәт итәбеҙ, рәхмәтлебеҙ