Ҡотлоюл ауылы һылыуы (уға инәй тип әйтергә тел әйләнмәй), Хәйбулла ҡыҙы, шағирә. Беҙҙә уның шиғырҙары баҫылып тора.
Кисә, тупһабыҙ аша уҙып, редакциябыҙҙы нурға күмде.
- Теге саҡ улым килеп киткән икән һеҙгә, миңә лә: әсәй, бар, уларҙа рәхәт тине, күңелле кешеләр эшләй. Бына, ҡоймаҡтарымды ҡойҙом, бәлештәремде бешерҙем дә килдем.
- Нимә менән килдең, апай?
- Попутка менән. Беҙҙә хәҙер юл йөрөүҙәре ныҡ ауыр, элек рәхәт ине –Бикмаевтың автобустары йөрөгәндә.
Ижади кешеләр бер осраштымы, һөйләр һүҙ бөтмәй, был юлы ла шулай булды. Рима Ибраһимова Күмертауҙа яҙыусылар ойошмаһына тип килгән, беҙгә юл ыңғайы һуғылыуы икән:
- Тормоштар ауыр хәҙер, бигерәк тә, йәштәргә. Мәктәптәрҙе ябалар. Ике-өс бала уҡыһа ла тоторға кәрәк ине мәктәптәрҙе. Беренсе, икенсе класҡа ғына барған бәләкәстәрҙе, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, яфа сиктерәбеҙ. Себер яҡтарында ирҙәр күп йөрөй, тормош түгел инде улайтып эшләү, балалар айҙар буйы атаһын күрмәй, ғаиләләр тарҡала. Һуғыш... Уныһын әйтмәгеҙ ҙә инде, әллә ҡалай булып китте донъялар...
Кеше күңеле һәр саҡ мохтаж була
Йылы һүҙгә, наҙға, яҡлауға.
Аяуыраҡ була белһәк ине
Яҡындарҙың күңелен һаҡларға.
Һин дә мохтаж уға. Мин дә мохтаж.
Кеше йөрәге бит таш түгел.
Һәр кемдең дә ҡайғы- хәсрәте бар,
Күңел һандыҡтары буш түгел.
Уф, тигәндән ҡабыныр саҡтар була
Эсеңдәге хәсрәт- ялҡындан.
Араларға яҡын кешең булһын
Алған саҡта ҡайғы алҡымдан.
Хәл белешеү үҙе оло һауап -
Күрешергә ваҡыт табайыҡ.
Ҡыҫҡа ғына ғүмер, үтеп китер,
Һауаптарын алып ҡалайыҡ.
Рима Ибраһимованың яңыраҡ яҙған шиғыры был. Ысыны шул: һәр беребеҙ яҡлауға, һаҡлауға, йылы һүҙгә мохтаж мәл. Яҡшылығыбыҙ, күңел йылыһы менән бүлешә алған саҡтарҙа, уларҙы бер-беребеҙ менән, йәлләмәй, бүлешеп ҡалайыҡ әле. Ғүмеребеҙ миҙгелдәре, юҡһа, бигерәк ҡыҫҡа.