Йәмғиәт
21 Ғинуар 2023, 06:19

Кино дауам итә

 "Һуғыш ҡағылған бала-саҡ" проекты үҙ эшен дауам итә. 

Кино дауам итәКино дауам итә
Кино дауам итә

https://youshatir.ru/articles/-yb-t-ya-yly/2022-03-31/kino-t-sh-r-be-2750410

https://youshatir.ru/articles/-yb-t-ya-yly/2022-04-07/kino-t-sh-r-be-2760648 

https://youshatir.ru/articles/rukhi-t/2022-12-12/svet-kamera-motor-3066860

https://youshatir.ru/articles/-yb-t-ya-yly/2022-03-31/a-tomalanyu-2750905

Күптәр иҫләйҙер, район Пионерҙар йортоноң Ресурс үҙәге етәксеһе Регина Акилова грант отҡайны, грант шартына ярашлы, һуғыш балалары тураһында фильм төшөрөргә кәрәк. Был эште былтыр уҡ башланлыр, бөгөнгө көнгә тиклем әллә нисә оло кеше фильм геройҙары булып өлгөрҙө. Кем уларҙы ҡараған, экран янында тыныс ҡына ултыра алмағандыр, инәй-бабайҙар күргәнде башҡа бер кемгә лә күрергә яҙмаһын. Әле донъяға сығып өлгөргән фильмдарҙы ҡарап, ауылдарҙан әйтә башлағандар: минең өләсәй-олатай ҙа лайыҡлы, уларҙы ла төшөрөгөҙ. Әммә, был грант бары тик Ермолаево ауыл биләмәһе сиктәрендә генә эшләргә тип бирелгән, иҫән булайыҡ, камера, яҙған булһа, башҡа ауылдарға ла барып етер. 
...Кино төшөрөүҙәр дауам итә, тормош та дауам итә. Ул тыныс булһын ине.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас