Йәшәйеш
11 Сентября , 11:49

Беҙҙе бәҙрәфкә алып бармағыҙ

Буяуыбыҙ ҡара, тәнгә сыға, типография буяуы, етмәһә, бик зарарлы.

Беҙҙе бәҙрәфкә алып бармағыҙБеҙҙе бәҙрәфкә алып бармағыҙ
Беҙҙе бәҙрәфкә алып бармағыҙ

«Араҡы менән үткән төн» фельетоны оло тауыш ҡуптарҙы, рәхәтләнеп әрләнеләр, яҙҙылар, беҙ өндәшмәҫкә ҡарар иттек – әҙәбиәттән йыраҡ торған, гәзит уҡымаған кешеләргә аҡты аҡ, ҡараны ҡара тип аңлатыуҙы ахмаҡлыҡ һананыҡ. Беҙ, әйткәндәй, телефон аша береһе менән дә һөйләшмәнек, ялыуҙа шулай тип яҙғандар. Әле лә өндәшмәй тик ултырырға теләк ҙур ине, тик ҡайһы бер иптәштәр ниңә яуап бирмәһегеҙ ул тигәнгә генә яҙырға ниәт иттек.

Һүҙе күп уның, һәр бер нәмәһен аңлата башлаһаң, бер Бәләкәй Муса ауылы кешеһе ошо фактты әйтте (уның исемен, әлбиттә, әйтмәбеҙ – өҫтөнә өйҙәй булырҙар), ҡалғаны – әҙәбиәт. Беҙ, әйткәндәй, береһенә лә ғәйеп таҡмайбыҙ, фельетон геройҙарына ла, донъяла нимә генә булмай, үҙебеҙ ҙә, билдәле, суфый түгел.

Фельетон — это малый жанр художественно-публицистической литературы, который обычно публикуется в газетах или журналах. Его ключевые особенности — злободневность темы, сатирическая или юмористическая направленность.
Для достижения эффекта фельетонисты используют целый арсенал художественных средств: иронию, сарказм, гротеск, гиперболу, каламбуры, игру слов, стилевой контраст, аллюзии на известные литературные или исторические тексты. Часто в одном тексте сочетаются разные виды комического.  

Русса бирәбеҙ, юғиһә, беҙгә ялыу яҙған берәү башҡортса төптө белмәй, руссаға беҙҙең тексты тәржемә иткән, бөтөнләй мәғәнәһеҙ килеп сыҡҡан. 

Барыһын уйлап сығарған, фәлән дә төгән тип сутырлағандар өсөн. Аңлаһа, аңларҙар, аңламаһа... Юҡ тек юҡ.  Белеме һай булғанды беҙ генә белемле итә алмаҫбыҙ. Бөтөн ауылды хурланығыҙ тип төптө ялған яла яҡмаҡсылар – был уйҙа ла юҡ. Беҙҙең гәзиттә (ялыу яҙғандар беҙҙе уҡымай, быныһы ап-асыҡ) Бәләкәй Мусаға ҡағылышлы әллә күпме матур, маҡтаған материалдар сыҡты, сыға тора.

https://youshatir.ru/news/y-sh-yesh/2026-08-19/r-k-nd-n-l-zz-t-alyp-y-sh-ybe-4786262

https://youshatir.ru/news/kh-ter/2025-09-13/b-l-k-y-musa-s-l-r-e-ur-ay-y-yn-ba-yr-a-tyryshty-4386515

https://youshatir.ru/news/m-l-r/2025-04-20/b-l-k-y-auylda-ur-m-4205505

https://youshatir.ru/news/iman/2026-05-28/televizor-an-mahsus-h-rbi-operatsiyala-bul-an-egett-r-otlany-4701275

Бөтәһен күрһәтмәйбеҙ, урынды күп алырҙар. Проблемалары ла гел күтәрелеп торҙо

https://youshatir.ru/news/y-sh-yesh/2025-01-20/torbalar-serek-4089261

https://youshatir.ru/news/auyrt-an-er/2025-11-25/uram-t-n-n-osop-t-yekme-4481457

Беҙҙе әле күрә алмағандар үҙҙәре «Юшатыр» ға ялыу яҙҙы, беҙ уның һорауына яуап алдыҡ. Гәзиттә бирелде.

Быныһы аҙ, Бәләкәй Мусала бер ситтән килгән әҙәм ауылды әллә күпме ваҡыт яфаланы, хатта ҙур сход йыйҙылар, беҙ гел халыҡ янында булдыҡ, уның мәнфәғәтен яҡланыҡ:

https://vk.ru/wall-33983974_62630 

https://vk.ru/wall-33983974_56217

https://youshatir.ru/articles/borsouly-kh-l/2021-11-07/t-emlek-sige-2573320?utm_campaign=33983974&utm_medium=social&utm_source=vk

https://youshatir.ru/articles/borsouly-kh-l/2021-07-25/bash-ort-kuschevka-y-2430518

Ә бит теге әҙәм, беҙҙе атыпмы, машинабыҙҙы яндырыпмы китеүе лә ихтимал ине.

Шунан килеп, хәҙер беҙҙе ауылға бысраҡ яғаһығыҙ тип ғәйепләйме кемдер?

Ахмаҡ еңдем, аҡыллы ҡуйҙым тиер, күргәне-белгәне былай ҙа күрә-белә тиһәк... Беҙҙе Instagram (деятельность этой организации запрещена на территории РФ) битендә бәҙрәфкә алып барырлыҡ гәзит тигәндәр. Тағы ла байтаҡ «матур» һүҙҙәр әйткәндәр. Бәҙрәфкә, ысынлап та, беҙҙе алып бармағыҙ (бына ғәләмәт, кемдер егерме беренсе быуатта ла гәзит менән хәжәтенә бара икән), буяуыбыҙ ҡара, тәнгә сыға, типография буяуы бик зарарлы.                                                                                                                                 

Ялыу яҙып, беҙҙе хурларға тырышыусы апай, беҙ һеҙгә ҡыйын булғанда (хәҙер онотолғандыр инде), шулай уҡ һеҙҙең мәнфәғәтте яҡлағайныҡ (район мәҙәниәт бүлегенән һорағыҙ, ышанмаһағыҙ, һеҙҙең өсөн хатта талашыуға барып етә яҙҙыҡ) -   https://youshatir.ru/news/m-ni-t/2024-02-08/kem-beyer-kem-yyrlar-3635899

Тағы ла бер нәмә: беҙ бөтәһен дә беләбеҙ, күрәбеҙ, аңлайбыҙ, тик артығын өндәшмәйбеҙ. 

Ошоноң менән булды – комменттарҙы ябабыҙ. Күңелегеҙҙе бушатҡығыҙ, кемделер, нимәнелер тикшергегеҙ килһә, башҡа даирәлә булашығыҙ.

Автор:
Читайте нас